Өфө районында мәктәптең экс-директоры ҡул аҫтында эшләүселәренең 800 мең һум аҡсаһын үҙләштергән. Йәнәһе лә был аҡсаға мәктәпкә кәрәк-ярағына ҡулланылған.
Был хаҡта тикшеренеү комитеты хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, директор ике йыл дауамында уҡытыусыларға премия яҙған да сумманың бер нисә өлөшөн мәктәп мәнфәғәттәренә һылтап кире ҡайтарыуҙарын һораған. Хеҙмәткәрҙәр шулай иткән дә. 2016 йылдан алып 2018 йылға ҡәҙәр етәксе 800 мең һумға яҡын аҡса йыйып алған.
Уғрылыҡты Башҡортостандың тикшеренеү комитеты асыҡлаған. Элекке директорҙы “Вазифа ҡулланып мутлыҡ ҡылыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.