Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
20 Май 2021, 16:25

ҺАҠ һәм УЯУ булығыҙ!

Һеҙ йәшәгән төбәктә балалар өсөн уйын майҙансығы бармы? Унда балаларығыҙ уйнаймы? Улайһа, һеҙгә был мәғлүмәтте мотлаҡ белергә кәрәк!

Бәлә - аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Шуға ла һәр ерҙә һаҡлыҡ, уяулыҡ кәрәк. Айырыуса аҡ менән ҡараны, яҡшы менән яманды айырмаған балаларҙы ҡурсалау мөһим.
Эйе, беҙ ҙә урамда уйнап үҫтек. Беребеҙҙе лә ата-әсәләребеҙ һағалап, артыбыҙҙан бер тотам ҡалмай йөрөмәне. Иртәнсәк сығып китәбеҙ ҙә кис ҡайта инек. Ата-әсәләр эштә, телефон юҡ… Нисек һыуға батмағанбыҙ ҙа, нисек ҡарға күмелеп ҡалмағанбыҙ, нисек аҙашмағанбыҙ ҙа, нисек өҫтөбөҙгә бер нәмә аумаған? Ә бәлки…ундай күңелһеҙ хәлдәр булғандыр ҙа.
Әле интернет заманында донъяның икенсе сигендә барған ваҡиғаны белеп торабыҙ. Ҡыҙғансҡа күрә, балалар ҙа йыш ҡына бәләгә тарый. Мәҫәлән, ҡала ерлегендә йәшәүселәрҙең ҡыҙ-улдары уйын майҙансығында уйнаған арала ғына… Эйе, йә бәүелсәк йүнләп нығытылмаған була, йә берәй ҡоролмаһы урынынан бушап ауа. Уҙған йылда Сибай ҡалаһында кескәй ҡыҙ шундай ҡоролмаларҙың береһе аҫтында ҡалып, дауаханаға эләккәйне.
Ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 31 майға тиклем, йәйге каникул алдынан, балалар майҙансығы хәүефһеҙлеге мониторингы уҙғара. Һәр теләгән кеше опроста ҡатнаша ала. Әгәр талаптарға, нормативтарға тап килмәгән, балалар һаулығына, ғүмеренә хәүеф менән янаған балалар майҙансығын беләһегеҙ икән, хәбәр итергә мөмкин.
“Хәүефһеҙ балалар майҙансығы” проекты сиктәрендә тикшереүҙәр уҙғарыла. Мониторинг һөҙөмтәһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Рәсәй йәмәғәт палатаһына, урындағы администрацияларға ебәрелә.
Һорауҙарға түбәндәге һылтанма аша үтеп яуап бирергә мөмкин:
фото: интернеттан.