11 май көнө Крым Республикаһының Симферополь ҡалаһында именлек хеҙмәте бер террорсыны ваҡытында асыҡлап өлгөргән. Ул хоҡуҡ һаҡлаусылар яҡынлауын белгәс тә ут асҡан. Боевиктың ҡылығы мәлендә туҡтатылған. Бөгөн, 12 май, төндә йәнә ошо уҡ республиканың Красноградейск районында йәнә бер ир тотолған. Ул мәктәпте шартлатырға йыйынған була.