Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
14 Апрель 2021, 18:00

Өйҙән сыҡмайынса декларация тултыр

2021 йылдың 1 ғинуарынан декларация кампанияһы старт алды. Был иһә 2020 йылда алған килемгә, сығымға отчет яһарға кәрәк тигәнде аңлата. Башлыса физик шәхестәрҙең килеменә һалым автоматик рәүештә һалына, уны эш хаҡынан тоталар. Әммә айырым осраҡтарҙа һалым түләүсе уның суммаһын үҙе иҫәпләп тейешле органға декларация тапшырырға тейеш. Сибай ҡалаһының һалым хеҙмәте оҫталыҡ класында тап шундайҙарға өйҙән сыҡмайынса ғына декларация тултырырға өйрәтте.Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

2021 йылдың 1 ғинуарынан декларация кампанияһы старт алды. Был иһә 2020 йылда алған килемгә, сығымға отчет яһарға кәрәк тигәнде аңлата. Башлыса физик шәхестәрҙең килеменә һалым автоматик рәүештә һалына, уны эш хаҡынан тоталар. Әммә айырым осраҡтарҙа һалым түләүсе уның суммаһын үҙе иҫәпләп тейешле органға декларация тапшырырға тейеш. Сибай ҡалаһының һалым хеҙмәте оҫталыҡ класында тап шундайҙарға өйҙән сыҡмайынса ғына декларация тултырырға өйрәтте.
Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.
—Бөгөн беҙ 3 НДФЛ формаһындағы һалым декларацияһын тултырыу буйынса сара уҙғарабыҙ. Был эш федераль һалым хеҙмәтенең интернет сервисын популярлаштырыу өсөн башҡарыла. Мәғлүм булыуынса, федераль һалым хеҙмәте был йүнәлештә алдынғылар рәтендә. Әлеге ваҡытта 50-нән ашыу интернет сервис эшләй. Беҙҙең сараның маҡсаты һалым түләүсене үҙаллы декларация тултырырға өйрәтеү. Быйыл өйрәтһәк, икенсе йыл был эште үҙҙәре башҡарасаҡ,-- инспекцияның иҫәп һәм һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге начальнигы Алексей Хачин.
Әйтергә кәрәк, хеҙмәттәр менән ҡулланыусыға артабан өйҙән генә ултырып эшләү өсөн һалым хеҙмәтенә бер тапҡыр барып шәхси кабинеттың логин һәм паролен алырға тура киләсәк.
—Нимә ул декларация тиһәгеҙ, ул һалым түләүсенең йыл дауамында килем, сығым алымы тураһындағы яҙма ғаризаһы. Әгәр һеҙ 2020 йылда автомобиль, йә булмаһа фатир, йорт һатып алһағыҙ, һеҙ декларация тапшырырға тейеш. Йәки киреһенсә, һеҙ торлаҡ, ер участкаһы һатып алһағыҙ һалым түләүен сығарып алыу өсөн шулай уҡ өйҙән сыҡмайынса декларация тултыраһығыҙ.
Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Тағы шуны билдәләп китеү бик урынлы --декларация тапшырыуҙың ваҡыты сикле. Йәғни, былтыр алынған килем һәм сығымдар буйынса бөтә документтар быйыл 30 апрелгә ҡәҙәр һалым инспекцияһына тапшырылырға тейеш. Әгәр декларация ваҡытында эшләнмәһә физик шәхесте һалым күләменең 5 проценты нисбәтендә штраф көтә. Әммә ул сумма 1 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Сибай һалым хеҙмәте киләһе асыҡ ишектәр көнөн 24 апрелгә билдәләгән. Улар граждандарҙы иртәнге 10.00--15.00 сәғәттәрҙә көтә.