Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
11 Март 2021, 20:00

Юл һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй

2021 йыл башынан алып ошо көнгәсә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында ойошторған рейдтарҙа 29 иҫерек водитель тотолған. Эскән килеш автомобиль руле артына ултырыу юл-транспорт фажиғәһенә илтеүсе берҙән-бер сәбәп кенә түгел. Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлдарҙа бик һаҡ булырға саҡыра.Эскән килеш тотолоусы 29 водителдең 15-е март айының беренсе аҙнаһында эләгеүе күңелде ҡыра. Ял һәм байрамдар көндәрендә уҙғарылған рейдтарҙа яуапһыҙ водителдәр, ҡыҙғанысҡа күрә, йыш осрай. Дәүләт инспекторҙары шулай уҡ водитель танытмаһы булмай тороп автомобиль менән идара итеүселәрҙе, балаларҙы махсус тоттороусы ҡоролмаларһыҙ йөрөтөүселәрҙе асыҡлауҙы ла маҡсат итеп ҡуя.

2021 йыл башынан алып ошо көнгәсә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында ойошторған рейдтарҙа 29 иҫерек водитель тотолған. Эскән килеш автомобиль руле артына ултырыу юл-транспорт фажиғәһенә илтеүсе берҙән-бер сәбәп кенә түгел. Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлдарҙа бик һаҡ булырға саҡыра.
Эскән килеш тотолоусы 29 водителдең 15-е март айының беренсе аҙнаһында эләгеүе күңелде ҡыра. Ял һәм байрамдар көндәрендә уҙғарылған рейдтарҙа яуапһыҙ водителдәр, ҡыҙғанысҡа күрә, йыш осрай. Дәүләт инспекторҙары шулай уҡ водитель танытмаһы булмай тороп автомобиль менән идара итеүселәрҙе, балаларҙы махсус тоттороусы ҡоролмаларһыҙ йөрөтөүселәрҙе асыҡлауҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Инспекторҙар билдәләүенсә, хоҡуҡ боҙоусылар юл хәрәкәтен теүәл үтәмәүҙәре, билдәләрҙе һанламауҙары менән уларҙың иғтиабын йәлеп итә.
Һандарға күҙ һалғанда, 2020 йылда республикала 3736 юл –транспорт фажиғәһе текрәлгән. Башлыса ҙур авариялар трассаларҙа була. Закондарға индерелгән үҙгәрештәр ҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметмәй, киреһенсә күбәйтә барыуы хафаға һала. Быға ҡәҙәр водитель йәйәүле үткәүлеккә баҫҡас та уға юл бирергә тейеш булһа, хәҙер йәйәүле киң юлға сығып уға ҡәҙәр 2-3 метр арауыҡ булһа, водитель үтеп китә ала. Бындай ысул авария хәле булдыра.
--Водителдәр күп осраҡта йәйәүлеләр үткәүлектәрендә иғтибарһыҙлыҡ күрһәтә. Юлдан сығып барыусыларҙы күрмәй, күргән хәлдә лә тормозға баҫмай. Юл бирергә лә иренәләр. Йәйәүлеләр ҙә юлдан сыҡҡанда ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙа: смартфондарынан күҙҙәрен алмай, ҡолаҡсындарын сисмәй. Йәйәүле юлдан сығыр алдынан автомобиль водителе туҡтап уға юл биреүен күрмәйенсә алға аҙым яһарға тейеш түгел. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү йыш һәләкәткә илтә,--ти Дәүләт инспекцияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Мирзат Үзбәков.
Әлеге көндә республикала юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен боҙоусыларҙы асыҡлау маҡсатында фото һәм видео теркәү комплекстарын 1800 берәмеккә еткереү бурысы ҡуйылды.
Фото Сибай телевидениеһы сайтынан