АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
10 Март 2021, 14:40

Ҡырын эш асыҡланған

5 юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре ришәүәт алыуҙа ғәйепләнеп тотолған. Улар имтиханһыҙ водитель таныҡлығы биреү менән булышҡан.

Өфөлә 5 юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре ришәүәт алыуҙа ғәйепләнеп тотолған. Улар имтиханһыҙ водитель таныҡлығы биреү менән булышҡан. Башҡортостан буйынса тәфтиш бүлеге 5 енәйәт эше асҡан.
Тикшереүҙәр буйынса, 2017-2020 йылдарҙа был инспекторҙар һәр кешенән 14 мең һумдан 40 мең һумғаса ришәүәт алған. Сумма транспорт категорияһына ҡарап билдәләнгән. Ике арала һөйләшеүҙәр алып барыусы ришәүәт ташыусыға ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әле тикшереү эштәре дауам итә.