АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
4 Февраль 2021, 15:00

Аҡсамды урлаттым тип иламаҫ өсөн

Кешегә тиҙ ышанып барыусылар аҡсаларын урлатыуға бәйле хәлдәр менән илап мөрәжәғәт итәләр. Бер ай элек кенә Сибай ҡалаһында бер кеше мутлашыусылар тоҙағына эләгеп 3 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Коронавирус пандемияһы йәшәйешебеҙгә ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Күптәр эшһеҙ тороп ҡалһалар ҙа төшөнкөлөккә бирелмәне, дистанцион эшмәкәрлек алып барыуға күсте. Өйҙә ултырып та аҡса эшләү мөмкин булыуына төшөндө. Интернет селтәре менән таныш булғандарға этең бындай төрө ауыр тойолманы, ә бына донъя селтәре менән беренсе тапҡыр ҡулланғандарға ауырыраҡ. Тап шундайҙар мутлашыусылар тоҙағына эләгә лә инде.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дистанцион эшмәкәрлек йәйелдерелгәндән бирле мутлыҡ осраҡтары 76 процентҡа артҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәкеле уйлылар ауына эләкмәгеҙ тип киҫәтеп тороуға ҡарамаҫтан, енәйәтселәр ҡорбандарына психологик баҫым яһап үҙ маҡсаттарына ирешә
Иң таралған мутлыҡтарҙың береһе—ялған банк хеҙмәткәрҙәренең шылтыратыуы. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: ысын хеҙмәткәр бер ваҡытта ла һеҙҙең шәхси белешмәләрегеҙҙе һәм банк картаһы паролдәрен һорамаясаҡ. Бындай мәғлүмәтте телефон аша әйтеү тыйыла. Тауарҙарҙы онлай магазиндар аша һатып алғанда ла бик һаҡ булығыҙ.
Шикле сайттарҙан әйбер һатып алмағыҙ. Һатып алаусылар тауарҙарҙың арзанлығына ҡыҙығып аҡса күсерһәләр, шикле сайттары юҡҡа сыға.
Интернет аша аҡса урлауҙың тағы бер ысулы—туғанлыҡ бәйләнешен ҡулланыу. Мутлыҡ ҡылыусылар яҡындарығыҙҙың социаль селтәрҙәге биттәрен боҙа һәм ярҙам кәрәклеген белгертә. Ярҙам итергә ашығыр алдынан бәләгә тарыусыға шылтыратығыҙ һәм хәлен белешегеҙ.
--Ҡалалаштар араһында кешегә тиҙ ышанып барыусылар күп. Аҡсаларын урлатыуға бәйле хәлдәр менән илап мөрәжәғәт итәләр. Бурҙарҙың эҙенә төшөү бик ауыр. Исеменән күренеүсенсә дистанцион мутлыҡты ҡылыусылар ҡайҙалыр ситтән тороп эш итә. Хатта сит илдә булыуҙары ла ихтимал. 2019 йылда ҡалала мутлыҡ буйынса 200-ҙән ашыу енәйәт ҡылынан. Бындай енәйәтте асыуы бик икеле. Уғрылыҡҡа бәле енәйәттәрҙе асыу 24 процент тәшкил итһә, мутлыҡтыҡы унан да түбән. Аҡса күсерелгән иҫәп буйынса эҙҙәренә төшә башлаһаҡ, ул күп осраҡта Украина, Модова кеүек Рәсәйҙән сит дәүләттәргә сығып китә,--ти Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы Дим Нәҙербаев.
Сибай ҡалаһы полицияһы мутлыҡтарҙы киҫәтеү буйынса даими рейдтар уҙғара. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре йорттарға йөрөй, иҫкәрмәләр тарата. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр һаны кәмемәй.
Бер ай элек кенә Сибай ҡалаһында йәшәүсе мәкерле уйлы кешеләргә 3 миллион һум аҡсаһынан күсергән. Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн бик һаҡ булығыҙ, бер ҡатлылыҡ яҡшыға килтермәй.
фото: из открытых источников