Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
3 Февраль 2021, 14:00

Байлыҡ ситкә китмәһен

Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министрлығы Россельхознадзорҙың территориаль идаралығы менән берлектә карантин продукцияһын төбәккә индергәндә һәм сығарғанда документтарҙың теүәллеген контролдә тотоу буйынса рейдтар уҙғарҙы.Контроль-күҙәтеү сараларын ойоштороуҙа Йылайыр районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 22 ғинуарҙан 23 ғинуарға ҡараған көндө Магнитогорск-Ира юлының 218-се саҡрымында Йылайыр районынан Ырымбур өлкәһенә ылыҫлы ағастан ярылған 58 кубометр урман материалы тейәп китеп барған 3 автомобиль туҡтатылған. Автомобиль водителдәренең карантин сертификаттары булмаған.

Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министрлығы Россельхознадзорҙың территориаль идаралығы менән берлектә карантин продукцияһын төбәккә индергәндә һәм сығарғанда документтарҙың теүәллеген контролдә тотоу буйынса рейдтар уҙғарҙы.
Контроль-күҙәтеү сараларын ойоштороуҙа Йылайыр районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 22 ғинуарҙан 23 ғинуарға ҡараған көндө Магнитогорск-Ира юлының 218-се саҡрымында Йылайыр районынан Ырымбур өлкәһенә ылыҫлы ағастан ярылған 58 кубометр урман материалы тейәп китеп барған 3 автомобиль туҡтатылған. Автомобиль водителдәренең карантин сертификаттары булмаған.
Был хәл буйынса вазифа биләүселәргә Рәсәй Федерацияһы КоАП-ының 10.3 статьяһына ярашлы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатылған.
Россельхознадзор идаралығы шулай уҡ Баймаҡ, Бөрйән, Белорет һәм Йылайыр райондарында карантинлы фитосанитар биләмә булдырылыуын һәм хәүефле объект—мыйыҡлы ҡарағай табылыуға бәйле фитосанитар режимы карантины индерелеү тураһында белгертә.
Каратин иғлан ителгән биләмәнән урман продукцияһы сығарыу закон буйынса тыйыла. Бынан тыш Рәсәй Федерацияһы былтыр октябрҙә урман материалдарын экспортҡа сығарыуҙы тыйҙы. Законды боҙоусылар 3 йылдан алып 7 йылғаса иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Бөтә һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһының Россельхознадзор идаралығының 8 (347)248-56-00, 232-92-90 телефондарына шылтыратырға мөмкин.
Хәлил Уразгилдин, үҫемлектәр карантины бүлеге инспекторы.
Читайте нас: