26 ғинуарҙа Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай бүлегенең дежур часына Сибай ҡалаһында йәшәүсе мөрәжәғәт итә. 25 ғинуарҙан 26 ғинуарға ҡараған төндә уның автомобилен урлайҙар. 2020 йылда ғына сығарылған Хундай Туксон (А637ТМ 702 РУС, көлһыу төҫтә) Күсимов урамы, 1 адресында урынлашҡан йорт янында ултырған була. Артҡы тәҙрәләр тонировкаланған. Әллә ни айырмалыҡтар юҡ, автомобиль өр-яңы.