Интернет селтәрендә бөтә һорауҙарға яуап табып булһа ла, бөтә киҫкен хәлдәр ҙә законды уҡып ҡына хәл ителмәй. Белгестәр менән кәңәшләшеү мотлаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Сибай ҡалаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә депутаттар һәм юристар халыҡты төрлө үтенестәр менән йыш ҡабул итә.
Ошо көндәрҙә партияның “Ғаилә менән ҡабул итеү” проекты эш башланы.
“Ғаилә менән ҡабул итеү”проектының төп маҡсаты—граждандарға консультация биреү, төрлө һорауҙар буйынса ярҙам күрһәтеү. Тәүге ҡабул итеүҙе партияның урындағы бүлексәһе сәркәтибе Гөлдәр Зәетова һәм Айгөл, Айнур Бохарбаевтар ғаиләһе ойошторҙо.
--Ҡабул итеүгә алдан 8 кеше яҙылғайны, шуларҙың бөтәһе лә билдәләнгән ваҡытҡа килде. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарына ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева яуап бирҙе. Ғаилә башлығы Айнур Миниғәлим улы адвокат, юрист булғанлыҡтан, унан кәңәш һораусылар күберәк булды,--ти “Берҙәм Рәсәй”партияһының урындағы бүлексәһе сәркәтибе Гөлдәр Зәетова.
Ҡабул итеүҙәр бөтә санитар талаптар үтәлеп үткәрелде. Мөлкәткә ҡағышлы, торлаҡ һатыу, паспорт юллауҙа ҡыйынлыҡтарға бәйле һорауҙар яңғыраны.
--Беҙгә төрлө үтенестәр менән мөрәжәғәт иттеләр. Гражданлыҡ, хеҙмәт, енәйәт һәм административ, ҡулланыусылар хоҡутары закондарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙек. Алимент түләү, башҡарма производствоһы буйынса суд бурыстары түләү, хеҙмәт бәхәстәре айырыуса киҫкен тороуы асыҡланды.,--тип билдәләне юрист Айнур Бохарбаев.
Партияның урындағы бүлексәһе сәркәтибе Гөлдәр Зәетова белдереүенсә, коронавирус пандемияһы осоронда ауыр хәлгә тарыусыларға ошондай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙәр дауам итәсәк. 27 ғинуарҙа халыҡты сираттағы ғаилә Ғилмуллиндар ҡабул итәсәк. Лилиә Шәриф ҡыҙы—Сибай медицина колледжы директоры, Исхаҡ Фәрит улы СПИД-ҡа һәм инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең район-ара филиалы табип-эпидемиологы.
Киләсәктә ошондай ғаилә менән ҡабул итеүҙәр күсмә рәүештә үткәрелеп, ҡаланың биҫтә-ҡасабаларында ла ойоштороласаҡ.