АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
21 Ғинуар 2021, 13:55

Закон боҙғас, яуаплылыҡ тот

Сибайҙа йәшәүсе 33 йәшлек ҡатын араҡы һатыу менән булышҡан... Тотолоп, суд ҡарары менән штраф һалынһа ла ул "сауҙа"һын туҡтатырға уйламаған...

Суд приставтары легаль булмаған алкоголле продукция ташығаны өсөн Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡатынға административ штраф һалды.
Полиция хеҙмәткәрҙәре 33 йәшлек гражданканы туҡтаталар. Тикшереү барышында уның машина салонында 60 быяла шешә иҫерткес эсемлек барлығы асыҡлана. Табылған алкоголь продукцияһында тейешле маркировка булмай. Һөҙөмтәлә гражданка Рәсәй Федерацияһының административ Кодексының 17.14.2-се статьяһына буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Суд ҡарары буйынса ҡатын ғәйепле тип таныла, штраф һалына һәм легаль булмаған продукция тартып алына. Әммә гражданка тәғәйенләнгән штрафын түләмәйенсә үҙенең ҡырын эшен дауам итә. Һөҙөмтәлә йәнә алкоголь продукцияһы менән тотола һәм яңынан суд алдына баҫа.
Суд ҡарары документтары Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Сибай ҡала суд приставтары бүлексәһенә ебәрелә. Суд приставтары гражданканың аҡса иҫәбенә арест һала һәм уның “Опель Астра” автомобилен теркәүгә бәйле эштәрҙе уҙғарыуҙы тыйыу тураһында ҡарар сығара. Саралар ҡулланылғас, ҡатын тулыһынса бурысын һәм башҡарыу йыйымын түләй.