Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
11 Ғинуар 2021, 18:05

АЛДАШЫУ ҠОТҠАРМАҪ

32 йәшлек Сибай граждынын Татарстан Республикаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тотҡан һәм енәйәт эше асҡан. Нимәлә ғәйепләнә һуң яҡташыбыҙ?

32 йәшлек Сибай граждынын Татарстан Республикаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тотҡан һәм енәйәт эше асҡан. Нимәлә ғәйепләнә һуң яҡташыбыҙ?
Асыҡланыуынса, KIA Cerato автомобилендә елдереүсе ирҙе юл хәрәкәте инспекторҙары туҡтатҡан. Тикшереү барышында пассажир ултырғысы аҫтында полимер пакет табыла. Ә уның эсендә 1800 грамлыҡ наркотик матдә була.
Ир уны үҙе өсөн интернет-магазин аша заказ биреп, Мәскәүҙән “серле урындан” алып ҡайтып килеүен белдерә. Әммә бында йәнә электрон үлсәүҙең, таҫма рулондарының, полимер пакеттарҙың булыуы шик тыуҙыра.

Енәйәт эше асылған. Ғәйепләнеүсе тотолған, тикшереү эше бара.



Сығанаҡ: business-gazeta ru
Фото: интернеттан