Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
14 Декабрь 2020, 11:55

Иҫерек килеш руль артына ултырма!

12 декабрь көнө Сибай ҡалаһының Индустриаль шоссе урамынан Тойота Королла маркалы автомобилендә китеп барыусы 55 йәшлек ир эскән була

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары даими рәүештә иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, иҫерек килеш руль артына ултырыуҙарын дауам итәләр. Улар арҡаһында ғәйепһеҙ кешеләр бәләгә тарый.
12 декабрь көнө Сибай ҡалаһының Индустриаль шоссе урамынан Тойота Королла маркалы автомобилендә китеп барыусы 55 йәшлек ир эскән була. Ул Лада Гранта машинаһына барып төкөй. Һөҙөмтәлә, ундағы 56 йәшлек пассажир ауыр тән йәрәхәттәре ала һәм Сибай дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатыла.
Хөрмәтле яҡташтар! Зинһар, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Әгәр кемдеңдер руль артына иҫерек килеш ултырыуын күрһәгеҙ, тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына 102 телефон һандары аша хәбәр итегеҙ. Сибайҙар өсөн телефон: 8 - 347- 75 -5- 45- 02.