Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
1 Декабрь 2020, 22:35

Айыуҙы йыҡҡандар, илекте атҡандар...

Йылайыр районынан 40 һәм 62 йәшлек ике ир Хәйбулла районына барып, ошонда йәшәүсе берәүгә 15 мең һум түләп, тайыштабандың өңөн күрһәтеүен һорай...

Интернеттан яңылыҡтар теҙмәһен уҡып, көндән-көн аптырауға ҡалаһың. Яңыраҡ Йылайыр районынан 40 һәм 62 йәшлек ике ир Хәйбулла районына барып, ошонда йәшәүсе берәүгә 15 мең һум түләп, тайыштабандың өңөн күрһәтеүен һорай. Ҡышҡы йоҡоға талған айыуҙы атып үлтерәләр. Юл ыңғайында бер илекте лә атып йығалар.
Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре браконьерҙарҙы тота, уларҙан УАЗ, ВАЗ-2106 автомобилдәре, ике мылтыҡ, патрондар, бысаҡ, рация, балта һәм хайуандарҙың кәүҙәләре тартып алына.
Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү эше бара.
Уҙған ял көнөндә Дәүләкән районында ла ошоға оҡшаш хәл теркәлә. Ниндәйҙер ирҙәр автомобиль менән мышыны баҫтыра һәм уны атып китә. Ҡанһыраған мышы ятып ҡала. Быны урындағы халыҡ күрә һәм полицияға хәбәр итә. Әле ғәйеплеләр тотолған, ҡоралдары тартып алынған. Әгәр уларҙың әлеге ғәмәле “Законһыҙ һунар” статьяһы буйынса раҫланһа, ике йылға тиклем хөкөм ителәсәктәр.
Читайте нас: