АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
30 Ноябрь 2020, 15:15

Аҙым һайын мутлыҡ

Һуңғы йылдарҙа ололарға, күп балалы ғаиләләргә янғындан иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуялар. Ошоно ла оҫта файҙаланыусылар бар.

Аҙым һайын мутлыҡ. Һәр яңылыҡты яуыз әҙәм үҙ файҙаһына ҡайырырға әҙер тора.
Һуңғы йылдарҙа ололарға, күп балалы ғаиләләргә янғындан иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуялар. Ошоно ла оҫта файҙаланыусылар бар.
Мәҫәлән, Иглин районында йәшәүсе инәйгә ят кешеләр килә һәм штраф һалыуҙарын теләмәһә, 5 мең һумға әлеге ҡоролманы алырға тәҡдим итәләр. Йәнәһе лә, был льгота буйынса. Ә льготаһыҙ бер янғын һүндергес, батарейкаларҙағы датчик 14 мең һумға барып баҫыуын белдерәләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын һүндереү хеҙмәте түләүле хеҙмәт тәҡдим итеп өй беренсә йөрөмәй. Янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы яҡынса 200 һум ғына тора.
Мутлашыусылар ҡармағына эләгә күрмәгеҙ!