Башҡортостандың күҙәтеү органы белгестәре йәйҙең ике айында ҡош итенән эшләнеп туңдырылған ярымфабрикаттар партияһын тикшереүгә алған. Уларҙы Силәбе һәм Новосибирск ҡалаларындағы лабораторияға ебәргәндәр. Һөҙөмтә ҡыуаныслы түгел. Уларҙа В төркөмөнә ҡараған S. typhi-murium бактерияһының күп булыуы асыҡланған, йәғни сальмонелла.
Сальмоноллез хайуандарҙы ла, кешеләрҙе сиргә һабыштыра. Организм ағыулана, кешенең температураһы күтәрелә, уҡшый, эсе ауырта. Айырыуса бәләкәй балалар өсөн был хәүефле.
Ярымфабрикаттар Өфөлә эшләүсе етештереүсенән алынған. Уға 300 мең һум штраф һалынған.
Бына шулай: әҙер ярымфабрикатты алып бешереүе анһат ул, тик бик хәүефле.