Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
12 Август 2020, 12:45

Эскелек яҡшыға алып бармай шул

Аяныслы хәл Сибай ҡалаһы янындағы баҡса йорттарының береһендә теркәлгән.

Аяныслы хәл Сибай ҡалаһы янындағы баҡса йорттарының береһендә теркәлгән.
Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан урындағы йәшәүсе 40 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Уға кеше һаулығына зыян килтереү статьяһы буйынса яуап тоторға тура киләсәк. Хәл былайыраҡ була: ҡала янындағы баҡса йорттарының береһендә спиртлы эсемлектәр ҡулланып, табын ҡорған ҡатын һәм уның бергә йәшәүсе ире араһында юҡ-бар өсөн талаш сыға. Асыуынан ярһыған ҡатын ниндәйҙер бер мәлдә ҡулына бысаҡ ала һәм ирҙең эсенә ҡаҙай. Аҙаҡ уның яраһын таҙарта, бәйләргә ярҙам итә һәм икенсе көнөнә сығып китә. Зыян күреүсе алған яраһынан вафат була. Ике көндән һуң уның мәйетен полиция хеҙмәткәрҙәре таба, уларға күршеләре хәбәр итә.
Енәйәтсе ҡулға алына, ҡылған ғәйебен ул тулыһынса таный. Тиҙҙән уға ҡарата суд эше башлана.
Һуңғы ваҡытта гүзәл заттарҙың эскән килеш бысаҡҡа үрелеүе, ирен йәки һөйәрен, бергә йәшәүсе ирҙәренә бысаҡ ҡаҙауҙары йыш күҙәтелә. Ниндәй генә осраҡта булһағыҙ ҙа ҡулығыҙға бысаҡ алыуҙан туҡтап ҡалығыҙ, сөнки уның аҙағы фажиғәле тамамланыуы бар.