Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
8 Август 2020, 20:35

АҠСА ТҮЛӘП БОҘҘОРҘОМ...

Кер йыуыу машинаһы ныҡ тауышланып эшләй башлағас, оҫта саҡырттым. Ул ҡарап сыҡҡас, датчик алыуға 3 мең һораны. Бирҙем һораған аҡсаһын. Унан йәнә насос алмаштырыға кәрәк ти башланы. Ышандым инде, уныһына 3500 һум кәрәк тине. Аҡсам булмағас, пенсиямдан бирергә вәғәҙәләнем.Ике аҙна үткәс, датчигын алып килеп ҡуйҙы. Эшләтеп ҡарарға тәҡдим иткәйнем дә, нишләптер өндәшмәне, ҡоролмаһын (устройствоһын) сисеп алды. Бер аҙнанан уның әллә нәмәләрен юнып ҡуйып ҡараны. Моғайын, икенсене алып килеп торалыр, тип уйланым. Эшләтеп ҡараны ла тағы алып китте. 29 июлдә насосты ла, устройствоһын да ҡуйып эшләтеп ҡараны. Тауышы бөтмәгән, эшләгәндә геүләй, даһырлай.--Тауышы тағы көслөрәк сыға бит.--Двигетелде алыштырырға ине, тағы 6 000 һум кәрәк.

Кер йыуыу машинаһы ныҡ тауышланып эшләй башлағас, оҫта саҡырттым. Ул ҡарап сыҡҡас, датчик алыуға 3 мең һораны. Бирҙем һораған аҡсаһын. Унан йәнә насос алмаштырыға кәрәк ти башланы. Ышандым инде, уныһына 3500 һум кәрәк тине. Аҡсам булмағас, пенсиямдан бирергә вәғәҙәләнем.
Ике аҙна үткәс, датчигын алып килеп ҡуйҙы. Эшләтеп ҡарарға тәҡдим иткәйнем дә, нишләптер өндәшмәне, ҡоролмаһын (устройствоһын) сисеп алды. Бер аҙнанан уның әллә нәмәләрен юнып ҡуйып ҡараны. Моғайын, икенсене алып килеп торалыр, тип уйланым. Эшләтеп ҡараны ла тағы алып китте. 29 июлдә насосты ла, устройствоһын да ҡуйып эшләтеп ҡараны. Тауышы бөтмәгән, эшләгәндә геүләй, даһырлай.
--Тауышы тағы көслөрәк сыға бит.
--Двигетелде алыштырырға ине, тағы 6 000 һум кәрәк.
Ҡорбан байрамынан һуң (ҡуйып киткәненә ике көндән һуң ), кер йыуырға булдым. Һәйбәт кенә йыуа башланы, ниңәлер уты сигнал биргәндәй янып-һүнеп торҙо. Бер аҙҙан инде йыуып бөткәндер тип ҡараһам, машинкам бөтөнләй һүнеп ултыра. Ә эсендә һыу нисек йыйылған--шул көйө. Тимәк, сайҡатмаған да. Төймәләренә баҫҡыслап ҡарайым, эшләмәй.
Аптырап, кире Сибай ҡалаһының Киров урамы, 29 адресы буйынса урынлашҡан оҫталар офисына киттем. Зарымды һөйләп бирҙем. Улар:
--Двигателде алмаштырырға кәрәк,6 мең кәрәк--тип йәнә ҡабатланы.
--Теге саҡ гарантия бер йыл тигәйнегеҙ бит һуң,--тинем.
--Ул бит датчикка гарантия ине.
Аптырауға ҡалдым.
--Һеҙ нәмә, машинкағыҙҙы бушлай йүнәттермәк булаһығыҙмы?--тип әрләп ҡуйҙы квитанциялар тултырыусы ҡыҙ.
-- Механиктың исем- фамилияһын бирегеҙ, йүнәтергә теләмәһегеҙ - тинем мин.
--Нимәгә кәрәк ул? Бирмәйем...--тип тағы ла икәүләп ҡысҡыра башланылар.
Мин 6500 һумды нимәгә түләнем? Датчиктар ҙа 650 һумдан 1300 һумғаса торғанын да беләм. Насос та, двигетель дә һәйбәт эшләй , устройствоһын ике аҙна йөрөтеп алыштырып алып килде инде, уны юнып (юшҡындары ята ине) ҡуйып ҡуйҙы ярай.
Йәштрҙең ололарға ҡарата ихтирамһыҙ булыуы, күрәләтә алдауы күңелде әрнетә. Офистарынан сыҡҡас, түҙмәй иланым. Аҡсаны йәлләгәндән түгел, йөрәгем әрней минең...
Флүрә Яҡупова.
Сибай ҡалаһы.

Фото интернеттан.