Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
5 Август 2020, 13:45

ШУЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН

Чиновник үҙе етәкселек иткән предприятиеға рәсми рәүештә эшселәр алған, ысынында уларҙы әсәһенең исеменә алынғае күлде һаҡларға ебәргән.

Башҡортостанда бер чиновник үҙе етәкселек иткән предприятиеға рәсми рәүештә эшселәр алған, ысынында уларҙы әсәһенең исеменә алынған күлде һаҡларға ебәргән.

Был хәл Кушнаренко районында була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе предприятиеға ике слесарь алып, уларҙы үҙ күленә һаҡсы итеп ебәреү сәбәпле, предприятие 300 мең һум зыян күргән.

Етәксе үҙ ғәйебен танымай. Әле тикшереү эше бара. Әсәһе исеменә алынған мөлкәткә (күлгә) ҡарата арест һалынған.

Читайте нас: