АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
21 Июль 2020, 20:45

ҒӘЙЕБЕН ТАНЫРҒА ТЕЛӘМӘЙ

Иҫерек ир, ҡунаҡтан уны көтмәй ҡайтып киткән ҡатынға үпкәләгән һәм барып уның өйөнә ут төрткән. Һөҙөмтәлә, 30 йәшлек ҡатын һәм уның 6, 10 йәшлек балалары тонсоғоп үлгән. Ә ир үҙ ғәйебен танырға теләмәй...

Был хәл май айында Дәүләкән районында була. Ир үҙенең таныш ҡатыны менән ҡунаҡта була. Ҡатын балаларын алып иртәрәк ҡайтып китә һәм ир килеүгә ишеген асмай. Ир үпкәләп уның соланына ут төртә.
Тикшереү барышында ирҙең ғәйебе иҫбатланған һәм ул ғүмерлеккә ҡаты режимлы колонияға оҙатылған. Бынан тыш, ул килтерелгән мораль зыян өсөн 2 миллион һум түләргә тейеш.
Читайте нас: