Ҡыйғы районында ҡот осҡос хәл теркәлде. 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Николаевич Несмеяновты өйөндә үлтереп китәләр. Тәүтикшереү буйынса, уны таларға ингәндә ғүмерен ҡыйғандар.
Иван Несмеянов Байкал аръяғы фронтында милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Һоҡланғыс ғүмер юлы үтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Былтыр ноябрҙә ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән була.
Әле фажиғә буйынса тикшереү дауам итә.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы енәйәтсе тураһында мәғлүмәт биреүсегә 500 мең һум биреү тураһында ҡарар итте.
Әйткәндәй, партияның урындағы Советы ағзаһы 24 июндә генә ветерандың өйөндә булып, уға ҙур төймәле махсус телефон бүләк иткән булған. Унда SOS тәймәһе лә булған. Ҡарт яугир, күрәһең, шул төймәгә лә баҫып өлгөрмәгән....