Прокуратура талабы менән Сибай ҡалаһында йәшәүсе бер ҡатынға штраф һалынды. Ул сит милләткә ҡарата нәфрәт уятыуҙа, ике милләтте бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуҙа, кешелек сифаттарын кәмһетеүҙә ғәйепләнә.
Асыҡланыуынса, 39 йәшлек ҡатын "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Черный список Сибай" төркөмөндә яҙма ҡалдырған. Уның был яҙыуында Кавказ халҡына ҡарата нәфрәт ярылып ятҡан. Прокуратура был яҙманы өйрәнгәндән һуң, уның авторына ҡарата административ эш асҡан (нәфрәт уятыу, кешелек сифаттарын кәмһетеү, ыҙғыш сығарыу) һәм һөҙөмтәлә уға 10 мең һум штраф һалынған.
Мәғлүмәт Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Фәнил Мортаевтан алынды.
Фото интернеттан.