АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
14 Апрель 2020, 14:20

ТАНЫТМАҺЫҘ ВОДИТЕЛЬ

Ирҙең автомобиль йөрөтөүгә хоҡуғы булмай һәм ул 2017 йылдың декабрендә Мәскәүҙән водитель танытмаһы һатып ала...


Сибай ҡалаһы прокуратураһы ялған водитель танытмаһы ҡулланыусы эшен суд ҡарамағына оҙатты. 37 йәшлек ир Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 327-се статьяһы 3-сө бүлеге буйынса ғәйепләнә.
Ирҙең автомобиль йөрөтөүгә хоҡуғы булмай һәм ул 2017 йылдың декабрендә Мәскәүҙән водитель танытмаһы һатып ала. Быйыл февраль айында Сибай ҡалаһының Ленин урамында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы уны туҡтата һәм документының ялған булыуын асыҡлай.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен тулыһынса таный.
Суд енәйәт эшен тикшерәсәк һәм үҙ ҡарарын сығарасаҡ.
Фәнил Мортаев, Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы, юстицияның кесе советнигы.