2. Фейк: ҺЕҘ МОТЛАҠ ВАКЦИНА ЭШЛӘТЕРГӘ ТЕЙЕШҺЕГЕҘ!
"Һаумыһығыҙ, беҙ коронавирусҡа тест (прививка) эшләйбеҙ. Һеҙ хәүеф төркөмөндә, һеҙгә был мотлаҡ кәрәк...Һеҙ сирле менән контактта булғанһығыҙ, шуға һеҙгә анализ ала киләләр, был процедура биш мең һум"
Дөрөҫө: Коронавирустан вакцина юҡ. Фатир һәм өй буйлап, уны эшләтергә тәҡдим итеүселәр - мутлашыусылар. Тесттар ысынлап эшләнә, тик ул өйҙә түгел, ә ҡайһы бер дауаханаларҙа һәм лабораторияларҙа. Мутлашыусыларға аҡса бирмәгеҙ!
3. Фейк: ШТРАФ түләгеҙ!
Кешеләргә уларҙың карантин режимын боҙоуы хаҡында смс-хәбәр ебәрәләр һәм 4 мең һум күсерергә ҡушалар. Түләмәгән осраҡта енәйәт эше асылыу менән янайҙар. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа урамда пенсионерҙарҙан туранан-тура аҡса һораусылар бар.
Дөрөҫө: Бер кемдең дә ҡулына аҡса бирмәгеҙ! Полиция хеҙмәткәрҙәре, вазифалы кешеләр һеҙҙе урамда туҡтата ала, тик улар протокол төҙөп, судҡа ебәреүҙән артыҡ бер нәмә лә эшләмәй. Штрафты судья ғына хәл итә. Ә уны банкта ғына түләргә мөмкин. "Получатель" графаһында "бюджет" яҙыуы тора, ә бер кемдең дә исем-фамилияһы күрһәтелмәй.
4.Фейк: ҺЕҘГӘ АҠСА ТЕЙЕШ.
"Һеҙгә вирустан зыян күргән өсөн матди ярҙам һәм компенсация ҡаралған ( кредит түләү буйынса, авиация билеты өсөн ҡайтарыласаҡ аҡса, волонтерлыҡ өсөн һ.б). Бының өсөн һеҙгә банк картаһының номерын һәм артта торған өс цифраны әйтеү етә. Аныҡлап смс килһә, шул һандарҙы әйтегеҙ".
Дөрөҫө: Бер ҡасан да, бер кемгә лә банк картаһы һандарын әйтмәгеҙ, өс һандан торған кодты белһәләр, һәр кем һеҙҙең иҫәптән аҡсаны үҙенә күсерә ала.
Күп кенә льготалар, пособие һәм компенсациялар, ветерандарға булдырылған түләүҙәр автоматик рәүештә күсә. Бының өсөн ниндәйҙер иғәнә индереү һәм башҡаһын эшләү талап ителмәй. Ышана күрмәгеҙ!
5.Фейк: БӨТӘБЕҘ ҘӘ ҮЛӘБЕҘ
Интернет селтәрҙәрендә кешеләрҙе ҡурҡытып "ялған" яңылыҡтар ебәрәләр. "Барыһы ла йәшерелә, кешеләр күпләп үлә, сирләүселәр бер нисә тапҡыр күберәк" һәм башҡалар. Кеше ышанһын өсөн, "дауаханала эшләгән әсәйем әйтте", "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән әхирәтем һөйләне" тип тә өҫтәп ебәрәләр.
Дөрөҫө: Бындай хәбәр таратыусылар ысынбарлыҡҡа, ғәҙеллеккә ҡаршы һәм халыҡ араһында паника тыуҙырырға теләй. Был тәңгәлдә әллә күпме миҫал килтерергә була. Кемеров өлкәһендә "Ҡышҡы сейә" сауҙа үҙәге янғанда ла "тау-тау мәйеттәр" хаҡында ялған хәбәр таратҡайнылар, әле Өфө дауаханаһында шарттар булмауын, Өфөгә "танк индерелеүе" хаҡындағы ысынға тап килмәгән хәбәрҙәр йөрөй.
Нимә эшләргә? Интернет селтәрендә осраған һәр бер хәбәргә, видеоларға ышанмаҫҡа. ТИК РӘСМИ СЫҒАНАҠТАРҒА ҒЫНА ТАЯНЫҒЫҘ!
Мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫ өсөн, ишекте һәр кемгә асмаҫҡа! Һеҙгә "собес"тан, "ЖЭУ"ҙан, "банк"тан шылтыраталар икән, исем-фамилияһын һорашып алығыҙ һәм аҙаҡ ошо хеҙмәткә үҙегеҙ белгән телефон һанына шылтыратып, шундай кеше бармы икәнлеген белешеп, алған хәбәрҙе асыҡлағыҙ! "Газ хеҙмәтенән" тип тә килеүҙәре ихтимал. Бик һаҡ булығыҙ!
Килгән "ҡунаҡты" фотоға төшөрөп алырға ла онотмағыҙ. Мутлашыусы булмаһа, ул быға тыныс ҡарар.
Тулыһынса түбәндәге һылтанма буйынса уҡырға: http://www.bashinform.ru/longread/fake_koronavirus#ixzz6JUnOOZBy