Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
5 Март 2020, 12:15

БЕР ТЫРМАҒА ИКЕ БАҪАЛАРМЫ?

Бер ай алдан ғына 50 мең һум штраф түләй... Әммә был уны ҡурҡытмаған

Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы, юстицияның кесе советнигы Фәнил Мортаев әйтеүенсә, Сибай ҡалаһы суды 42 йәшлек ҡатынға хөкөм сығарған. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 151.1-се статьяһы (балиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатҡан өсөн) буйынса ғәйепләнә.
Судта асыҡланыуынса, 2019 йылдың декабрендә һатыусы 15 йәшлек үҫмергә һыра һата. Бер ай алдан ғына һатыусы ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоу менән тотолоп, 50 мең һум штраф түләүгә мәжбүр була. Ниңә икенсе тапҡыр шул уҡ тырмаға баҫҡан һуң? Аңлашылмай.
Ҡатын судта үҙ ғәйебен таныған. Хәҙер ул 4 ай дауамында махсус эшкә йәлеп ителә, ә эш хаҡының 5 проценты хөкүмәткә күсереләсәк.
Читайте нас: