Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
18 Февраль 2020, 16:05

Водителдәр тикшереү үтә...

Водитель автобус пассажирын ишеккә ҡыҫҡан... Бының өсөн уны ниндәй яза көтә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Өфө ҡалаһында “Башавтотранс” идаралығында эшләүсе водитель “Дәүләт циркы” туҡталышында бер ҡатынды автобус ишегенә ҡыҫа. Автобус пассажирҙары хәлде видеоға төшөргән, шулай уҡ водителдең журнал уҡып ултырыуын фотоға эләктергән. Был инцидентҡа “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” проекты координаторы Зариф Байғусҡарв үҙ фекерен белдерҙе.
--26 февралдә Өфөлә “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Йәмәғәт советы ултырышы уҙғарыласаҡ. Унда әлеге факт буйынса һөйләшеү була. 2018 йылдан йыл һайын маршрут автобустары водителдәре тест үтә. “Башавтотранс” водителдәре һәр саҡ юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен яҡшы белде. Быйыл да водителдәр тест үтәсәк. Әле Эске эштәр министрлығы янындағы Юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдиновҡа һорау ебәрелде. Әгәр әлеге автобус водителе хоҡуҡ боҙған икән яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Шулай уҡ Роспотребнадзор етәкселегенә транспорт хеҙмәтләндереүе эшмәкәрлеген тикшерергә ҡуштыҡ, -- ти Зариф Закир улы Байғусҡаров.
#регпроекты