Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
7 Февраль 2020, 12:05

КӨМӨШКӘ ҺАТҠАН ӨСӨН…

Нимә буласаҡ? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Сибай ҡала суды 43 йәшлек гражданға хөкөм сығарҙы.

Ул Рәсәй Енәйәт Кодексының 174.4-се статьяһы (законһыҙ рәүештә берәмләп спиртлы эсемлек һатҡан өсөн) буйынса ғәйепләнә.

Судта асыҡланыуынса, ир уҙған йыл сентябрь айында 200 һумға ике шешә көмөшкә һата. Уның был эшен хоҡуҡ һаҡлау органдары теркәй. Полицияла белдереүҙәренсә, быға ҡәҙәр уға был ҡылығы өсөн 30 мең һум штраф һалынған була.

Икенсе тапҡыр тотолған ир хөкөм ителде. Суд ҡарары буйынса, хәҙер ул 1 йыл дауамында холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителә. Эш хаҡының 10 проценты хөкүмәт файҙаһына тотоноласаҡ.

Ф.Мортаев, Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы, юстицияның кесе советнигы.