Ишеттегеҙме әле бер хәбәр? Анна исемле ханым интернет аша Ҡаҙағыстандан ябыҡтырыу төймәләре алдырғаны өсөн генә хөкөмгә тапттырылған! Эйе!
Сайт әле лә ябылмаған ти, шулай булғас "ҡорбан"дар әле лә өҫтәлеүе бар.
Анна ханым яҙҙырып алған "дарыу" составында үтә ныҡ тәьҫир итеүсе психотроп матдәләре булған өсөн тыйыулы препараттар исемлегенә ингән икән. Бығаса бер тапҡыр алдырып, файҙаһы бар һымаҡ тойғас, тағы ла яҙҙырғайным шул, ти үҙе.
Уйлап ҡараһаң, аҙым һайын "тылсымлы" дауа тәҡдим итеүселәр артты шул интернет киңлегендә. "Ултырып" ҡына йыйғанды төймә йотоп ҡына бөтөрөп булмаҫын аңларға ваҡыт түгелме ни, йәмәғәт?
Аңһыҙлығыбыҙ, хатта ялҡаулығыбыҙ арҡаһында кемдер файҙа күрә?! Хәҙер Анна ханым судтан судҡа йөрөй. Э-э-ййй, күпме нервыһы түгелә инде… Һуң, ябыҡҡың килгәс, һис юғы ҡолас ташлап ҡар көрәһәңсе…