Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
13 Ғинуар 2020, 18:30

Аҡса күп булһа…

Аҡсағыҙ күп булһа, ҡайҙа йәшерер инегеҙ, дуҫтар? Нимә тип яуапларығыҙҙы беләм. “Аҡса булыуын булһа, белер инек ҡайҙа йәшерергә”,--тиһегеҙ, эйеме? Шулай ҙа бер кәңәш бар….Тулыһынса сайтта уҡығыҙ.

Аҡсағыҙ күп булһа, ҡайҙа йәшерер инегеҙ, дуҫтар? Нимә тип яуапларығыҙҙы беләм. “Аҡса булыуын булһа, белер инек ҡайҙа йәшерергә”,--тиһегеҙ, эйеме? Шулай ҙа бер кәңәш бар…
Аҡсағыҙ күп булһа, уҫал этегеҙгә ышанып, уның ояһына йәшерә күрмәгеҙ. Ни өсөнмө? Унан барыбер урлаясаҡтар. Ышанмайһығыҙмы? Бына, күптән түгел генә Стрәлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуарҙың 1 миллион һумын урлағандар. Ул нәҡ шул эт ояһында йәшерелгән булған да инде. Эшҡыуар байлығының юҡлығын яңы йыл байрамдарынан һуң ғына белеп ҡалған. Ҡасан, кем тарафынан “айыу майы һөртөлгәнен” әлегә берәү ҙә белмәй.
Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.