Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
11 Ноябрь 2019, 14:30

Эшһеҙ ҙә, кәләшһеҙ ҙә ҡала

Дүшәмбе башланған туйҙың аҙағы тағы ла хәтәр бөтә: кейәүҙе, уның менән ҡуша өйгә бәреп ингәндәрҙе судҡа бирәләр. Һөҙөмтәлә эске органдар системаһында эшләгән егет эшһеҙ ҙә, кәләшһеҙ ҙә ҡала.

Таныштарым дүшәмбе көнө туйға барабыҙ тигәс, шикләндем. Кесаҙнала туй башлағандарын беләм, ә бына аҙна башында ундай мәжлес уҙғарыусылар хаҡында ишеткәнем юҡ. Етмәһә, ЗАГС бүлектәре шәмбе эшләп, дүшәмбе ял итә.
Ярар, йәштәр хәҙер ҡыҙыҡ, һәр береһе иҫтәлекле мәлдәрен үҙенсәлекле итәм тип нимәгә генә уйлап сығармай. Йә никахтарын теркәү сараһына вертолеттан килеп төшәләр, трамвайҙа ҡауышалар, пароходта алтын балдаҡ кейҙерешәләр… Ҡыҫҡаһы, ҡәҙерле минуттарын иҫтәлекле итер өсөн әмәлен табалар. Былар туғандарын, яҡындарын дүшәмбе туйға саҡырып аптыратмаҡ булған, ахыры, тип уйланым. Шулай ҙа...
Йәштәр теләгәндәренә ирешкән былай, хәйер, йәштәр тип әйтһәк дөрөҫ булмаҫ, сөнки кейәү егет был хаҡта бер нәмә лә белмәй. Башҡаларҙан алда иң беренсе ул шаҡ ҡата.
Хәл былайыраҡ була. Кәләш буласаҡ иренә иртәнсәк мине шул-шул йорттан кейәү үңгәре, туғандарың менән барып һатып алырһың, тип тыуған йортона түгел, ҡала ситендәге бер өйгә алып барҙырта. Егет бер ни уйламай, ҡыҙҙы әйткән еренә илтеп ҡуя. ЗАГС алданынан уны барып һатып алайым тиһә, йорттан бер ир сыға һәм бында бер ниндәй ҙә кәләш юҡлығын әйтә. Кейәү аптырай, кәләшенең иптәш ҡыҙына шылтыратһа, ул һине күрергә теләмәй тигән ҡолаҡҡа ятмаған хәбәр ишетә. Баҡтиһәң, буласаҡ кәләше бер нисә ай элек сектаға эләгеп, шулар менән булышҡан икән. Егет һөйләүенсә, һуңғы арала ниндәйҙер әҙәбиәтте йотлоғап уҡыуын, уйланып ултырыуҙары йышайған булған. Хатта элек сәйҙе гел үҙең яһап эс тиһә, ул ҡайтыуға сәй яһап, эс тә эс тип көсләгән осраҡтары күбәйә. Баҡтиһәң, эсемлегенә теләһә ниндәй психотроп матдә һалып, уны ла эсереп үҙенең ауынына эләктерергә теләгән.
Башҡалар менән бергә ҡыҙын “һатып” алырға килгән атай менән әсәй кейәү булып өлгөрмәгән егеттең боғаҙына йәбешә: “Балабыҙҙы ул йортҡа һин алып барып тыҡҡанһың! Һин кире алып кил”— тип таптыра улар. Албырғаған йәштәр йортто емереп инеп, ундағыларҙың кемеһен туҡмап, кемеһен бәреп йығып ҡыҙҙы алып сыға. Дүшәмбе башланған туйҙың аҙағы тағы ла хәтәр бөтә: кейәүҙе, уның менән ҡуша өйгә бәреп ингәндәрҙе судҡа бирәләр. Һөҙөмтәлә эске органдар системаһында эшләгән егет эшһеҙ ҙә, кәләшһеҙ ҙә ҡала.
Бер нисә көндән республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары төбәктә тыйылған эшмәкәрлекте кисектереү буйынса операциялар уҙғара.
Мәҙинә Мансурова.