Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
6 Август 2019, 16:43

Май ташыған булып...

Этикеткалары ла уйлап сығарылған, ысынында ундай маркалы араҡылар бөтөнләй етештерелмәй...

Прокуратура хәбәр итеүенсә, Ульяновск өлкәһендә йәшәүсе 42 йәшлек ир контрафакт алкоголь етештереү һәм уны һатыу менән шөғөлләнгән. Уны улар Башҡортостандың Октябрьск ҡалаһында бер цехта һаҡлаған. Ирҙе «Freighliner CL 1200G4S» руле артында тоталар. Унда 25 литрҙан ашыу спиртлы эсемлек була. Этикеткалары ла уйлап сығарылған, ысынында ундай маркалы араҡылар бөтөнләй етештерелмәй.
Законһыҙ эш менән булыусы ир үҫемлек майы ташыусы булараҡ контрафакт алкоголде транспортировкалай. Эскпертиза асыҡлауынса, алкоголь хәүефһеҙлек талаптарына тап килмәй. Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.