Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
14 Июнь 2019, 12:26

Талаптар ҡатмарлаша

Автомобилдәрҙе техосмотр үткәреүгә талаптар ҡатмарлаштырыласаҡ. Тиҙҙән уны фотофиксация булмайынса тороп үтеп булмаясаҡ.

Автомобилдәрҙе техосмотр үткәреүгә талаптар ҡатмарлаштырыласаҡ. Тиҙҙән уны фотофиксация булмайынса тороп үтеп булмаясаҡ. Сөнки ошо көндәрҙә Рәсәй президенты В. В. Путин техосмотр мәлендә автомабилдәрҙе мотлаҡ рәүештә фотофиксациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш диагностик карталарҙы эшләү электрон документ рәүешендә башҡарылырға тейеш. Интернет-порталда белдерелеүенсә, бындай саралар ысынында техосмотр үтмәйенсә генә диагностик карталарҙы эшләүгә ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк. Диагностика буйынса яуаплылыҡ илдең Эске эштәр Министрлығы иңдәренә төшәсәк.