Сибай ҡала суды Йылайыр районында йәшәүсе 56 йәшлек ирҙе хөкөм итте.
Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 291.2-се статьяһы 1-се бүлеге, 30-сы статьяһы 3-сө бүлеге буйынса (ришүәт бирергә маташыу) ғәйепләнә.
Судта асыҡланыуынса, декабрь айында ЮХХДИ инспекторы йәйәүлене үткәрмәүсе автомобилде туҡтата. Эш автомобилен йөрөтөүсе ир протокол төҙөүсе хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә 1 мең һум күләмендә аҡса һуҙа. Инспектор аҡса алыуҙан баш тарта һәм полицияға хәбәр итә.
Fәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға 10 мең күләмендә штраф һалды.
Ф.Мортаев, ҡала прокурорының өлкән ярҙамсыһы.