Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
15 Ноябрь 2017, 18:43

МУТЛЫҠ ТОҘАҒЫНА ЭЛӘКМӘГЕҘ

Телекоммуникацион мөхиттә иң таралған енә-йәттәрҙең береһе—телефондан мутлыҡ. Әйтергә кәрәк, мутлашыуҙың был төрө көндән-көн күбәйеп, «эпидемия»ға әйләнеп бара. Заман енәйәтенән граждандарҙы иғтибарлыҡ һәм аныҡ фекерләү генә ҡотҡара ала.

Телекоммуникацион мөхиттә иң таралған енә-йәттәрҙең береһе—телефондан мутлыҡ. Әйтергә кәрәк, мутлашыуҙың был төрө көндән-көн күбәйеп, «эпидемия»ға әйләнеп бара. Заман енәйәтенән граждандарҙы иғтибарлыҡ һәм аныҡ фекерләү генә ҡотҡара ала.
Һуңғы осорҙа мутлашыусылар документтарын юғалтып, был хаҡта социаль селтәргә иғлан ҡуйғандарҙы ҡорбандарына әүерелдерә. Ошо көндәрҙә юғалған паспорты өсөн «һөйөнсө» һораусылар тоҙағына бер ир эләккән. Уға билдәһеҙ кеше иғланда күрһәткән телефон номерына шылтыратып, банк янында осрашыу тәғәйенләгән. Мутлашыусы әмере буйынса документын юғалтыусы карточкаһынан аҡса күсергәндән һуң, фарман биреүсенең телефондары бөтөнләй һүндерелгән.
Әгәр һеҙ Интернетҡа документтарығыҙҙы, телефонығыҙҙы юғалтыу хаҡында иғлан ҡуяһыҙ икән, бик һаҡ булығыҙ. Һеҙгә йәнәһе лә уларҙы тапҡан кешеләр шылтырата һәм был «изге» эштәре өсөн ҙур булмаған һөйөнсө һорап, үҙәк банк янына килергә ҡуша. Улар аҡсаны карточкаларына күсереүҙе үтенә, телефон бу-йынса банк карточкаларының номерҙарын да һорай.
Мутлашыусылар ҡушыуынса эшләһәгеҙ ваҡытығыҙҙы ла әрәм итәһегеҙ, аҡсағыҙҙан да «ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ». Улар үҙҙәренең моратына ирешһә, башҡа ул телефон һанынан бер хәбәр ҙә ишетмәйә-сәкһегеҙ һәм аҡсағыҙҙы ла бер кемдә ҡайтарып бирмәйәсәк.
Зүлиә Торомтаева,
полиция майоры.