АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
15 Ноябрь 2017, 17:36

ИРЕҢДЕҢ ҺУҒЫУЫН ЙӘШЕРҺӘҢ

Сибай ҡалаһының ҡала суды 33 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асты. Ул Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексының 307-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса хөкөм ителә.

Сибай ҡалаһының ҡала суды 33 йәшлек ҡатынды хөкөм итте. Ул Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексының 307-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса ғәйепләнә.
Ҡатын июнь айында иренең йәберләүенә ҡарата ғариза бирә. Алдан уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ялған күрһәтмә биреүселәр енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласағы тураһында мәғлүмәт бирелә.
Эксперт билдәләүенсә, ҡатында тән йәрәхәттәре була, терһәк, яурын тирәһе һынған булыуы ла асыҡлана. Был ниндәй-ҙер ҡаты әйбер эләгеүе хаҡында һөйләй. Әммә ҡатын суд барышында быны инҡар итә.
Июль айында тағы тикшереүҙәр уҙғарған мәлдә, ҡатын иренең ике тапҡыр уң ҡулына таяҡ һап менән һуғыуын әйтә. Һөҙөмтәлә, тәүҙә ялған мәғлүмәттәр биреүсе ҡатынға суд 6 мең күләмендә штраф һалды.
Ф.Р.Мортаев, ҡала прокуроры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, юстицияның кесе советнигы.