Сибай ҡалаһында «Хизб ут-Тахрир» террористик ойошманың өс кешеһе, шул иҫәптән уның лидеры тотолған. Уларҙан тыйылған әҙәбиәт, шулай уҡ техник ҡорамалдар, яңы кешеләрҙе өйрәтеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәттәрҙең электрон варианттары алынған. Әлеге көндә ойошма ағзалары һаҡ аҫтында.