Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
28 Ноябрь 2016, 18:37

Һәр мәғлүмәт мөһим

«Беҙҙең ихатала (йортта) наркотик һаталар»,—тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә халыҡ араһындағы һөйләшеүҙән ары үтеп бер ни эшләнмәй. Fәҙәттә, хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләйҙәр. Тик бындай һүҙ йөрөтөр алдынан уйланыр кәрәк.

Миҫалға Өфө ҡалаһын ғына алайыҡ. Унда 1 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Уларҙың йортонда, подъезында нимә ҡылынғанын ҡайҙан белеп бөтөргә һуң? Шуға ла Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы «Хәбәр ит: ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр» исемле Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла.

14 ноябрҙа башланған акция 25 ноябрға тиклем дауам итә. Законһыҙ рәүештә наркотик һатыуға, ҡулланыуға, таратыуға бәйле мәғлүмәт белгән һәр кем «Ышаныс телефоны»на хәбәр итә ала. Шулай уҡ үҙ проблемаңды әйтеп, белгестәрҙән консультация, реабилитация һәм дауаланыу алымдары хаҡында белешмә алырға мөмкин.

Башҡортостанда түбәндәге «Ышаныс телефондары» эшләй:

— Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы: 128, 8-347-128, (347) 279-32-92.

— Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: 232-19-52.

— Башҡортостан Республикаһы Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы: 273-09-00, 8-800-7000-1834.

— Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы: 218-03-56

— Башҡортостан Республика Хәрби комиссариаты: 272-69-75, 228-09-92, 228-02-92.

— «Индиго» психологик-медицина-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге: 223-22-11.

— Рус Православие Сиркәүенең Өфө епархияһы: 8-917-38-44-060.

— Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә идаралығы: 242-22-33, 250-80-74.
Читайте нас: