Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
10 Ноябрь 2025, 16:30

«Мохтаждар күп ул...»

Һуғыш осоронда халыҡ аслыҡ-яланғаслыҡтан интекһә, һуғыштан һуң тыуғандарҙан йыш ҡына йүнле кейем булмауын ишетәбеҙ. Улар: «Күрше ауылдағы мәктәпкә йоҡа кейемдә бара инек», «Ярай, әле әсәйем оҫта булды, тегеп, бәйләп кейҙерҙе»,—тип һөйләй. Беҙ, урта быуын, апай-ағайҙарҙың кейемен ҡыуанып кейҙек. Йәнә ата-әсәйебеҙ нимә ала—шуға ҡәнәғәт булдыҡ. Ә хәҙер бөтөнләй башҡаса.

«Мохтаждар күп ул...»
«Мохтаждар күп ул...»

Балалар тиҙ үҫә. Яҙын алғаң кейем көҙгә ярамауы ла ихтимал. Ҡыҙымдың куртка-салбарҙары ҡыҫҡарып киткәс, итернет селтәренә арзан хаҡҡа ҡуйҙым. Берәү ҙә алырға теләмәне. Ташлауы йәл булғас, бушлай бирергә лә ризалыҡ белдерҙем, барыбер алыусылар табылманы. Был «ауыр» тип зарланған тормошобоҙҙоң еңеллеген дәлилләнеме, әллә балаларҙың үтә шашыуын иҫбатланымы—белмәйем. Шул саҡ интернеттағы «Бәйләнештә» селтәрендә «Йәшел Сибай» төркөмөнә барып юлыҡтым. Улар халыҡтан кейерлек, таҙа кейем-һалымды йыйып, мохтаждарға тарата икән. Бында үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, оло йөрәкле, мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған һәм бер ниндәй эш хаҡы алмайынса көндәр буйына кейемдәрҙе ҡабул итеп, уларҙы рәтләп элеп, халыҡҡа тәҡдим итә.


—Сибай ҡалаһында «Дармарка» иң беренсе Регина Байғолова идеяһы менән 2013 йылда барлыҡҡа килде. Ул бина табып, иғлан биреп, билдәле бер көндә кейелгән, әммә сифатын, торошон юғалтмаған әйберҙәрҙе халыҡҡа тәҡдим итте. Әлеге көндә беҙ Пушкин урамы, 17 адресында урынлашҡан 201-се кабинетта урынлашҡанбыҙ. Ҡала хакимиәте беҙгә уны ҡулланыуға бирҙе. Беҙҙең маҡсат мохтаждарға ярҙам итеү генә түгел, ҡаланы таҙа тотоу ҙа. Сөнки күптәр кейем-һалымын сығара ла сүп-сар контейнеры янына ташлай,—ти ирекмән ҡыҙҙарҙың береһе Диана Сәлимова.
Ирекмәндәр аҙна һайын кейем-һалым, китаптар, сумкалар, уйынсыҡтар, һауыт-һаба йыйыу көнө үткәрә. Тик алып киленгән әйберҙәр ике пакеттан артмаҫҡа һәм таҙа, ҡулланыуға яраҡлы булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы ҡарап, ҡабул итеп алғас, мохтаждарға тарата. Күп балалы ғаиләләр, өйҙәре янып урамда ҡалғандар, студенттар, ололар килеп тә ала. Шулай уҡ ҡул эше оҫталары ла мөрәжәғәт итә, улар иҫке әйберҙәргә яңы һулыш бирә.
—Балалар приютына, тубдиспансерға, махсус хәрби операцияға, шахтаға, эттәр приютына ла ебәргәнебеҙ бар. Ауылдарға оҙатабыҙ. Ысынында, мохтаждар бик күп. Беҙҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Әммә беҙҙең хеҙмәтебеҙгә, мохтаждарға ихтирам менән ҡарамаусылар ҙа табыла. Беҙҙең кабинет бикле саҡта килеп ишек төбөнә кәрәкмәгән, кейерлек тә булмаған йә бысраҡ әйберҙәрен өйөп ҡалдырып китәләр. Тура ғына сүп-сар һауытына ташлай алмайҙармы икән? Беҙ уларҙың яраҡһыҙҙарын алып сығарып ташларға мәжбүр булабыҙ. Был беҙҙең ваҡытты ала. Эш хаҡы алып эшләп йөрөгән эшебеҙ түгел, ваҡыт бар саҡта, билдәле бер мәлдә генә киләбеҙ, шуға хөрмәт күрһәтһәләр ине,—ти Диана.
Ирекмәндәр бик күп китаптарҙы дауаханаларға оҙатҡан. Сирлеләр дауаланыу курсы үткән мәлдә буш ваҡытын әҙәби әҫәрҙәр уҡып үткәрә ала.
«Йәшел Сибай» төркөмө ҡыҙҙары һәр дүшәмбе иртәнге 11.00 сәғәтттән 15.00 сәғәткә тиклем кабинетта була. Башҡа көндәрҙә улар буш ваҡытына ҡарап, үҙ-ара килешеү буйынса килә.
—Беҙҙең сафтарға изге йөрәкле ирекмәндәр ҡушылһа ине. Шулай уҡ хәйер рәүешендә порошок, перчатка, сүп-сар һалыу моҡсайҙары бирә алаһығыҙ. Шулай уҡ беҙҙә бер рәт арзан хаҡҡа яңы кейемдәр ҙә була,—ти Диана Сәлимова.
Сибай ҡалаһының мәрхәмәтле ҡыҙҙарына оло рәхмәт белдерәбеҙ, ә мохтаждарҙы уларға мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ.

 

 

 


Резеда Усманова.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас