Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
11 Июнь 2025, 11:00

Ҡәнәғәт клиенттар - иң ҙур ҡыуаныс

Массаждың төрлөһө була: арҡаға, аяҡҡа, ҡулға, биткә, башҡа яһалғаны. Уларҙың барыһын да тик бер нәмә генә берләштерә--үҙ эшен яратып, бар нескәлектәрен белеп башҡарған белгес. Үҙ эшен ошо юҫыҡта асып, бар күңелен һалып массаж эшләгән ошондай оҫталарҙың береһе--Сибай ҡалаһының «Урал аръяғы» шифаханаһының массаж буйынса шәфҡәт туташы Гөлсөм Ирназарова. Ул 1966 йылдың 7 мартында тыуған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә теләгән ҡыҙ Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. 1985 йылда ҡулына диплом алғас Баймаҡ районының Күлтабан ауылының фельдшер пунктында мөдир булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан «Йылайыр» совхозы дауаханаһында тәжрибә туплай. 1990 йылда Сибай үҙәк дауаханаһына массажист булып эшкә урынлаша. Унда 7 йыл эшләгәс 1997 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының шифахана-профилакторийына массаж буйынса шәфҡәт туташы булып эшкә күсә. Йылдар дауамында дауалау учреждениеһының атамаһы, етәкселәре алмашынып торһа ла, Гөлсөм Рәис ҡыҙы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, пациенттарҙы массаж яһап дауалай.

Ҡәнәғәт клиенттар - иң ҙур ҡыуаныс
Ҡәнәғәт клиенттар - иң ҙур ҡыуаныс

–Массаж ярҙамында тәнде яҙыу, уны дауалау мине һәр ваҡыт һоҡландырҙы. Һөнәремдең иң оҡшаған сифаты, минең өсөн, әлбиттә, ауыртыу, һыҙланыуҙар менән килгән кешеләргә ярҙам итә алыуым. Клиенттарымдың массаждан һуң һау-сәләмәт кешегә әйләнеп ҡайтып китеүе—хеҙмәтемә ҙур баһа,--ти Гөлсөм Ирназарова, эшенән ҡәнәғәт булыуын белдереп.–Массаж--етди һәм көслө терапия, шуға ла уны тик белгестәрҙән яһатығыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!

Гөлсөм Рәис ҡыҙы массаж яһау өлкәһендә һәр ваҡыт үҙ белемен арттырырға тырыша, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы яңы методикалар өйрәнә.

-Гөлсөм Ирназарова кеүек үҙ эшенә мөкиббән бирелгән медиктәр хәҙер һирәк. Ул ваҡыты менән иҫәпләшмәй, кәрәк икән эштән һуң да ҡала, шәфҡәт туташтары етешмәгәндә йәки коллегалар ауырып китһә, уларҙы алмаштыра. Нимәгә тотонһа ла ҡуланынан килә. Унан массаж яһатыр өсөн генә беҙгә килеп дауаланғандан кешеләр бик күп,--ти «Урал аръяғы» шифаханаһының баш шәфҡәт туташы Нәсимә Иҙелбаева. Башҡа хеҙмәттәштәре лә уны тик яҡшы яҡтан телгә ала.

Эшендә маҡтаулы Гөлсөм Рәис ҡыҙы ике улға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улы Руслан Фәнил улы инженер һөнәрен үҙләштергән. Кесе Урал Себер тарафтарында эшләй.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас