Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
17 Ғинуар 2025, 15:55

Эше менән маҡтаулы

Баймаҡ ҡалаһындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Әдиф улы Зәйнуллин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Юғары награданы һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы.


Илдус Әдиф улы Зәйнуллин Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында 1975 йылда тыуған. Билал мәктәбендә директор, Баймаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Ҡайҙа эшләһә лә мәғариф системаһын үҫтереү буйынса мәктәптә төп, өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреүгә, һәләтле балаларҙы, спортты үҫтереүгә, мәғлүмәтләштереүгә айырым иғтибар бүлә. Ул етәксе булған осорҙа бер нисә мәктәп, балалар баҡсалары төҙөлә. Райондағы барлыҡ мәктәптәр ҙә йылы бәҙрәф һәм янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар менән тәьмин ителә. Күп кенә белем усаҡтары газ менән йылытыуға күсерелә, “Мәғариф” милли проектына ярашлы бик күп эштәр атҡарыла.

2022 йылдан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры вазифаһын башҡара. Колледжға эшкә килгәс тә етәксе 1975 йылдан бирле ремонт күрмәгән уҡыу йортон капиталь ремонтлатыу юлдарын таба. Төҙөкләндереү эштәренә 56,5 миллион һум күләмендә аҡса бүленә, был уҡыу корпусын ғына түгел, матди-техник базаны, шулай уҡ ятаҡты яңыртыу мөмкинлеге бирә.

Колледжда уҡытыу-тәрбиә эштәренең юғары кимәлдә булыуы, һәр студентҡа шәхсән иғтибар бирелеүе, үҫешкә әйҙәүҙәре һөнәр алырға теләгән йәштәрҙе ылыҡтырып тора.

Ҡайҙа эшләһә лә үҙ вазифаһын намыҫ менән башҡарған Илдус Әдиф улы Зәйнуллинды юғары исем алыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Был исемгә күптән лайыҡлы етәксегә еңел булмаған эшендә уңыштар, именлек, тағы ла юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас