Сибай ҡалаһының гимназия-интернаты былтырғы уҡыу йылында “Мәғариф” милли проектына ярашлы 3-сө республика күп тармаҡлы полилингваль белем усағына әүерелеп, биналарында капиталь ремонт уҙғарылып, заманса уҡыу йорто булып танылды. Быйыл да уларҙың яңылыҡтары байтаҡ: етәкселәре Роза Бикбова икенсе ҡалаға күсеп китеү сәбәпле, директорҙары алмашынды. Әле директор вазифаһын башҡарыусы итеп Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов тәғәйенләнде. Шулай уҡ коллективҡа йәш көстәр өҫтәлгән.
Йылайыр районының Япарһаҙ ауылы ҡыҙы Наҙгөл Алғушаева уҡыусыларға химия-биология фәненән һабаҡ бирә. Сибай институтын быйыл ғына тамамлауға ҡарамаҫтан, студент сағында уҡ Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы мәктәбендә уҡытып йөрөүе үк, ҡыҙҙың тырыш, маҡсатына ынтылыусы булын күрһәтә. Наҙгөл Азат ҡыҙы өсөн интернат-гимназияһы ят түгел: ҡыҙҙың әсәһе Айгөл Шәрифулла ҡыҙы Мортаева ошо белем усағын тамамлаған. Игеҙәк бер туғандары-Айгүзәл менән Айназ икенсе йыл инде бында Шайморатовсылар класында белем ала.
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында тыуған Мәүлитова Луиза Вилюр ҡыҙы 8 А класы тәрбиәсеһе булып эшләй башлаған. Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала билдәле һәүәҫкәр компизотор Вилюр Мәүлитовтың ҡыҙы Луиза Сибай сәнғәт колледжында, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының этномузыкология бүлегендә белем алған. Юғары уҡыу йортонда үҙләштергән уҡытыусы, ижади коллектив етәксеһе һөнәрҙәре уны гимназия-интернатҡа илткән. -2019 йылда сәнғәт институтын бөткәс тә Сибай сәнғәт колледжынжа уҡыта башланым. Быйыл гимназия-интернатҡа килдем. Балаларҙы яратам, улар менән эшләүе ҡыҙыҡ. Ҡыҙҙар-малайҙарға башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтергә теләйем.Үҙем төрлө инструменттарҙа--ҡумыҙ, баян, ҡурайҙа уйнайым,--ти йәш белгес.
Миләүшә Азат ҡыҙы Тойғонова ла 6 Б класы тәрбиәсеһе. Ул хеҙмәт юлын бында былтыр башлаған. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы ҡыҙы Сибай сәнғәт колледжын, БДУ-ның Сибай институтын тамамлағас ҡаланың Балалар музыка мәктәбендә, “Тиҫтер” үҫмерҙәр клубында тәжрибә туплаған. Аҡъяр музыка мәктәбендә думбырала уйнарға өйрәнгән Миләүшә Азат ҡыҙы колледжда гитара буйынса белем үҙләштергән. Әле ул тәрбиәсе булып эшләүҙән тыш, балаларҙы ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә.
-Йәш уҡытыусыны, тәрбиәселәрҙе иң мөһиме балалар ярата. Ҡалғанына улар эшләй-эшләй өйрәнер, үҙ йүнәлештәрендә тәжрибә туплап, алдынғы педагогтар булып китерҙәр,--тип йәш белгәстәргә өмөттәр бағлай гимназия-интернат етәкселеге.
Гөлдәр Ҡадаева.