АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
31 Август 2023, 09:15

Йәш көстәр өҫтәлде

Хәйбулла районының мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов төбәккә балалар уҡытырға ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.

Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде

Уҡыу йорттарын тамамлап, яңы хеҙмәт юлын башлаған Бүребай мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы Елена Туғыҙбаева, Маҡан мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңниса Ҡужина, Мәмбәт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилбәр Ҡотоева, Аҡъяр 3-сө мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Зарина Татлыбаева, Аҡъяр 3-сө мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Тимур Юланов, Аҡъяр 2-се мәктәбенең педагог – психологы Эльвира Аҡҡужина, Мәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рузилә Ҡасҡынова, Уфимка мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Тимерхан Дәүләтҡолов дәртләндереү сараһын ихлас ҡабул итте һәм тырышып эшләргә, район мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индерергә вәғәҙә итте.

Уларға эштәрендә уңыштар теләйек!

Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Автор:Гульдар Кадаева