Ринат Бикмырҙин үҙенән алда яҙғы саҡырылышта уҡ хеҙмәткә киткән ауылдашы, йән дуҫы Әҡсән Иҙрисовҡа үҙенең уның кеүек үк Венгрияға эләгеүен белгертеп хат яҙа. Тата-банья ҡалаһында булған иптәше шундуҡ яуап бирә, хәрби частәре бер-береһенә яҡын булыуын, артиллерия полкында водитель булыуын белгертә. Ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ һәр аҙымыңды фотоға төшөрөп барырға телефон булмай. Әҡсәнғә ҡайтырға ваҡыт етеп килеүен Ринат хат аша белә. Бер көндө уға хеҙмәттәше килеп һиңә бер ҡаҙаҡ егет килгән тип әйтә. —Таныштарым араһында ҡаҙаҡ егеттәре булмағас аптырыуға ҡалдым. Сыҡһам, Әҡсән дуҫым торасы! Ете ят ерҙә, беребеҙ яҙ, беребеҙ көҙ әрме сафына алынып та, күрешә алыуыбыҙға ҡыуанысымдың сиге булманы.Туйғансы бер һөйләшеп алдыҡ,--ти Ринат Бикмырҙин. – Дембелгә яҡынлашып килгән дуҫым автомобиле менән беҙҙең хәрби часть тирәһенән үтеп барғанда, туҡтап хәл белешергә әмәлен тапҡан. Ул мәлдәр матур хәтирәләр булып мәңгелеккә күңелгә уйылды. Сит, ят ер тиһәм дә венгрҙарҙың сығышы Урал тауҙарына барып тоташа. Отделение егеттәре менән бер венгр ғаиләһенә ярҙамлаша барғанда уларҙың һөйләшенә ҡолаҡ һалдым. Балта, алма, буҙа, һаҡал (улар сакал ти) кеүек уртаҡ һүҙҙәр бар. Сөйгә тиклем беҙҙеңсә әйтәләр. Ысынлап та ҡәрҙәшлек барлығына шунда төшөндөм. Уларҙың дине генә башҡа. Венгрия миңә оҡшаны, йылы яҡ, цивилизациялы, беҙ унда хеҙмәт иткән 1984-1986 йылдарҙа уҡ һуҙмаҡлы һағыҙҙар, кока-кола, магнитлы наклейкалар, электрон сәғәт, калькулятор, ике кассеталы магнитофон күреп иҫ киткәйне. Беҙҙең илгә беҙ унда ҡыҙығып ҡарап йөгөгән әйберҙәр 10-15 йылдан һуң ғына килеп етте.
Әҡсән Иҙрисов менән Ринат Бикмырҙин дуҫлыҡтары әле лә дауам итә. Ғаиләләре менән ҡатышлалар, ҡунаҡҡа йөрөшөләр.