Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
26 Ноябрь 2022, 08:50

Сирусиндар ғаиләһе тәбрикләнде

Сибай, Баймаҡ, Өфө, хатта Силәбе өлкәһе һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Сирусиндар ғаиләһе «Башҡортостан Республикаһының медицина династияһы» конкурсының «Иң боронғо нәҫел» номинацияһында беренсе урын яуланы.Афарин! Ихлас ҡотлайбыҙ!

Сирусиндар ғаиләһе тәбрикләнде
Сирусиндар ғаиләһе тәбрикләнде

Башҡортостанда 2022 йыл -- Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә үтә.

Статистика мәғлүмәттәренә таянып, Башинформ хәбәр итеүенсә, республиканың 10 юғары уҡыу йортонда (8 дәүләт, 2-әүһе дәүләттеке түгел) 17 филиалда юғары белемле белгестәр әҙерләйҙәр. 2021-2022 уҡыу йылында уларҙа 95, 7 мең студент белем ала.

Урта профессиональ белемле белгестәрҙе 89 дәүләт ойошмаһы уҡыта, уларҙа 103 мең ҡыҙ һәм егет белем ала.

Республикала 100-гә яҡын колледж булыуы илдә иң ҙур күрһәткес.  

Нарыҡланған йылда хеҙмәт динистияларына айырым иғтибар бүленде.

Республикала 10 ноябрҙә “Башҡортостандың хеҙмәт динистиялары” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Хеҙмәт министры Ленара Иванова белдереүенсә, был сара йыл һайын уҙғарыласаҡ.

Конкурстың маҡсаты – ғаиләләрҙә хеҙмәт династияларын һаҡлау һәм үҫтереү, тергеҙеү, хеҙмәт кешеләре тураһында йәмғиәттә ыңғай фекер тыуҙырыу, иң яҡшы хеҙмәт династияларын һаҡлау һәм арттырыу.

Конкурста нәҫелдәр “Иң һөҙөмтәле эш”, “Быуындар күсәгилешлеге”, “Иң боронғо династия” номинацияларында ҡатнашты.

Конурста республиканың төрлө төбәктәренең сәнәғәт һәм социаль өлкәһенән  120 династия ҡатнашҡан. Финалға 29 нәҫел вәкилдәре сыҡҡан. Шулар араһынан 9 нәҫел призерҙар рәтенә инһә, өсәүһе еңеүсе булып танылған. Улар өфөнән Тверяковтар һәм Ждановтар, Туймазынан Заляевтар, Сибайҙан Сирусиндар.

Һаулыҡ һағында бер генә Сирусиндар нәҫеленән 506 йыл хеҙмәт стажы бар. Ҡасандыр ишле ғаиләнән Вәкил Абрар улы Сирусин үҙенең артынан ҡусты һәм һеңлеләрен эйәртеп, медицина юлын һайлатыуға юл башлауы юҡҡа булмаған.

Сирусиндар ғаиләһе тәбрикләнде
Сирусиндар ғаиләһе тәбрикләнде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: