Хеҙмәттә—хөрмәт
22 Ноября 2022, 15:20

Шырпы уйынсыҡ түгел

Баймаҡ районының Төркмән ауылы мәҙәниәт йортонда «Янғындан һаҡ бул» сараһы үтте. Сараның маҡсаты:  ни сәбәпле янғын килеп сыҡҡанын һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә икәнен асыҡлау, балаларға янғындан һаҡланыу сараларын, янғынды тәжрибәләр ярҙамында нисек һүндереп булыуын янғын һүндереүсе ағайҙар, Бүләкәнов Илдар Рафиҡ улы, Мөхәмәтйәров Рәсих Фәрхәт улы шырпы ниндәй ҙур бәлә килтереүен, янғын һүндереү ҡоролмаларын нисек итеп ҡулланыу кәрәклеген аңлатты, урындағы янғын һүндереү бүлегенең телефон номерын таратты.  Балалар янғын һүндереү машинаһын да ентекләп ҡараны. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Шырпы уйынсыҡ түгелШырпы уйынсыҡ түгел
Шырпы уйынсыҡ түгел

Янғын һүндереүсе Хәсәнов Радик Морат улы кескәйҙәргә үҙ эштәре тураһында һөйләп, янғын техник ҡоролмалары һәм эш ҡоралдарын күрһәтте. Ҡыҙҙар-малайҙар шартлы янғынды һүндереүҙә ҡатнашып ҡарап, өлкәндәрҙең эше ауыр, яуаплы булыуына төшөндө.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас