Мәғлүм булыуынса, 1 ноябрҙән илдә көҙгө саҡырыу кампанияһы башланды. Республиканың Саҡырыу пунктында тәүге егеттәрҙе сроклы саҡырыу буйынса армияға оҙатыу сараһы үтте. Унда республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.
“Бөгөн хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе оҙаттыҡ. Был көҙгө саҡырыуҙың тәүге оҙатыуы. Хәрби һауа көстәрендә, Росгвардия ғәскәрҙәрендә, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт үтергә тип 80-гә яҡын егет китте.
Ғәҙәттәгесә, буласаҡ яугирҙәрҙе дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, юнармиясылар менән бергә оҙатабыҙ. Башҡортостандан киткән егеттәр һәр ваҡыт армия хеҙмәтен намыҫ һәм хөрмәт менән үтәй. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, әлеңге саҡырылыусылар ҙа һынатмаҫ, тип ышанам.
Армия яҡшы тормош мәктәбе булды һәм булып ҡала. Өлгөргән, көслө һәм сәләмәт егеттәребеҙҙе көтәбеҙ. Яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәт, егеттәр!” – тип белдерҙе ул.
Шуны ла әйтергә кәрәктер, сроклы хәрби хеҙмәткә алынған егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.