АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
31 Октябрь 2022, 08:55

Автобусы рейсҡа һәр ваҡыт әҙер

Баймаҡ районы Төркмән урта мәктәбе етәкселеге автобус водителе Халиҡов Әхсән Ғәйнислам улының эшенән бик ҡәнәғәт. Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уны тәбрикләгәндәр.

Автобусы рейсҡа һәр ваҡыт әҙер
Автобусы рейсҡа һәр ваҡыт әҙер

Әхсән Ғәйнислам улы мәктәптә 2007 йылдан алып эшләй. Эшенә бик яуаплы ҡарай: автобусы һәр ваҡыт төҙөк, рейсҡа әҙер. Иртә менән ул Иҫәнбәт-Басай - Бәләкәй Төркмән уҡыусыларын дәрескә ваҡытында алып килеп өлгөртә. Йыл һайын уның намыҫлы хеҙмәте мәғариф бүлеге тарафынан да лайыҡлы баһалана. Быйыл да Әхсән Ғәйнислам улына мәғариф бүлегенән Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк, шулай уҡ мәктәп хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Берём усағы директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, тигеҙ юлдар теләне.

Автор:Гульдар Кадаева