Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
20 Сентябрь 2022, 12:55

Йолалы ауылы урынына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды

Үҙенең тарихы менән дан алған Йолалы ауылы урынында иҫтәлекле ер барлыҡҡа килде. Ҡасандыр был ауыл янындағы рудник илебеҙҙе файҙалы ҡаҙылмалар менән тәьмин иткән. Был тарафтарҙа ер ҡуйынынан мәғдән сығарылып бөткәс, Яңы Сибай ятҡылығы асыла һәм рудниктың булған техникаһы ошо рудникка күсерелә. Таҡтаташ асыуға Баймаҡ районының Семновск ауыл советы башлығы Рәсүл Сәлимов күп көс һала. Уның тырышлығы менән биләмәлә бик күп эштәр эшләнә: Семеновск ауылы төҙөкләнә, инфраструктура яҡшыра, бөткән ауылдарҙың тарихын тереҙеү маҡсатында обелиск һәм таҡтаташтар ҡуйыла.

Йолалы ауылы урынына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды
Йолалы ауылы урынына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды

Таҡтаташты асыу тантанаһында ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Йолалы ауылынан сығыусылар, Семеновский руднигы вәкилдәре ҡатнашты.

Автор:Гульдар Кадаева