АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
21 Август 2022, 21:55

Ә һеҙҙең ялдар нисек үтте?

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ялын бесән сабып, файҙалы уҙғарған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. “Бесән мәле! Бала саҡтан йәйҙе бесән эшләп уҙғарҙым. Иҫемдә 7-се класты бөткәс бесән ташыу өсөн трактор кәрәк булды. Шул ваҡытта урындағы тракторсыға барып ярҙам итеүен үтендем. Зөфәр ағай Рафиҡов ваҡыты юҡлығын әйтеп, тракторға үҙең ултыр һуң, тине. Шул ваҡытта беренсе тапҡыр трактор йөрөтөп ҡараным. Әйткәндәй, беҙ Совет осоро балалары мәктәпте бөткәндә ҡулыбыҙға тракторсы танытмаһы алып сыҡтыҡ. Үҫеп, ауылдан сығып киткәс, атай-әсәйемә бесән ваҡытында гел ярҙам итергә тырыштым. Улар гүр эйәһе булғас, сабынлыҡты ташламаныҡ, ҡатыным менән мал аҫрай башланыҡ. Һөт, ит һәр ваҡыт үҙебеҙҙеке. Улдарыбыҙ беҙҙең ярҙамсы. Эшләүҙәре беҙҙең өсөн булһа, хеҙмәткә өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн.

Ә һеҙҙең ялдар нисек үтте?
Ә һеҙҙең ялдар нисек үтте?

Шулай, бесәнде туғандар менән бер-беребеҙгә ярҙам итешеп эшләйбеҙ. Быйыл үлән шәп. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Ауыр эш эшләгәндә күңел ял итә”.

Фото һәм мәғлүмәт башлыҡ диуарынан.  

Ә һеҙҙең ялдар нисек үтте?
Ә һеҙҙең ялдар нисек үтте?
Автор:Гульдар Кадаева