Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
19 Июнь 2022, 14:00

Ә һеҙ ҡоротто нисек һаҡлайһығыҙ?

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) уңғанбикәләре кәңәш итеүенсә, уның өсөн торт биҙәгес ҡулайлама ғына кәрәк. Ә һеҙ ҡоротто нисек һаҡлайһығыҙ? 

Ә һеҙ ҡоротто нисек һаҡлайһығыҙ?
Ә һеҙ ҡоротто нисек һаҡлайһығыҙ?

Вәзәмдәрҙең оҫта ҡатын-ҡыҙҙары бәйләгән һуҡма шәлдәре хәҙер республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы билдәле.

Ошо көндәрҙә ауылдың уңған хужабикәләре ҡорот киптереүҙең өр-яңы бер ысулын уйлап тапҡан. Ауыл клубы директоры Гөлназ Сурина белдереүенсә, "Тәмле ҡорот" тип аталған флешмоб иғлан ителгән.

"Башҡорт милли ашы ҡороттоң үҙенсәлекле тәме, туҡлыҡлы булыуы, шифаһы даны күптән таралды. Борон-борондан уны тумалаҡлап әүәләп киптерәләр, шыйыҡ ҡорот әҙерләйҙәр, төрлө емеш менән болғап тәмләтеп куялар.

Бына һеҙгә яңыса эшләгән ҡорот киптереү ысулын тәҡдим итәбеҙ. Һеҙгә оҡшаймы? Уның өсөн торт биҙәгес ҡулайлама ғына кәрәк буласаҡ. Кипкәс, кәнфит кеүек берәмләп ал да ҡап ҡына...

Ә һеҙ ҡорот киптерә башланығыҙмы? Һеҙҙән ҡорот ҡайнатыу, киптереү фотоларын көтөп ҡалабыҙ һәм "Тәмле ҡорот" исемле флешмобта ҡатнашырға саҡырам. Сәләмәт булайыҡ!" - тип яҙған ул Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубы төркөмөндә.

 

Ә һеҙ ҡоротто нисек һаҡлайһығыҙ?
Ә һеҙ ҡоротто нисек һаҡлайһығыҙ?
Автор:Гульдар Кадаева